Маҡтау Һиңә, Раббы Ғайсам! Мин ашығам, Һине данларға. // Һин бит мине, өйрәтәһең Хәҡиҡәтте, дөрөҫ аңларға. // Эй Хоҙайым, ғәфү итсе мине, Хаталарым бик күп, аңлайым. // Яҙмыш һуҡмағынан, уҙған саҡта, Ғүмер итәм, алға атлайым. // Зарланмайым ауырлыҡҡа, Бары Һиңә, Ғайсам ынтылам. // Ғүмер уҙған һайын мин нығыраҡ, Бер Хоҙайым, Һиңә табынам. // Был яҡты, донъяларға Үҙең, Тыуҙырғанһың, мине Хоҙайым. // Күрәсәгем Күктәр батшалығы, Һин һыҙған, юлдан атлайым. // Хоҙай биргән, ғүмер ҡабатланмаҫ, Тайпылмайса, барам мин алға. // Һуңғы һулышҡаса, насип итһен, Изге Һүҙҙе, таратырға. // Ҡаршылыҡтар, юлға теҙелһә лә, Ярҙамыңдан Хоҙай ташлама. // Күңелемә, шатлыҡ биргән өсөн, Бар тормошом, Һиңә бағышлана. //Vivere per Te Қасиетті сәби дүниеге келді Her şeyi O'na borçluyum Jezus żyje zài zhè lǐ yǒu yī zuò jì tán فرحت قلبي Znej chválospev môj, znej Христос Воскрес Есть на всё Твоя святая воля mạ ạ̉ḥly̱ msạknk
Song not available - connect to internet to try again?