Мең рәхмәтлемен Хоҙайыма Һеҙҙе миңә биргән өсөн. Һеҙ булмаһағыҙ, белмәҫ инем Мөхәббәттең бөйөклөгөн. Һеҙ йылмайһағыҙ - мин йылмаям, Һеҙ илаһағыҙ - мин ҡартаям, Әлдә һеҙ бар, Әлдә һеҙ бар, Ғәзиз балалар Һеҙҙең ҡарашта мин таныйым Зәнгәр күкләрҙең аҡлығын. Һеҙ булмаһағыҙ, белмәҫ инем Мөхәббәттең сафлығын. Әжәл һеҙгә ҡул күтәрһә, Доғалар менән ҡаршы торҙом Һеҙ булмаһағыҙ, белмәҫ инем Шәфҡәтлеген Хоҙайҙың. Йылдарымдың иң яҡшыһы Йәшәлде тик һеҙҙең өсөн. Һеҙ булмаһағыҙ, белмәҫ инем Мөхәббәттең сын көсөн.ạ̹lh ạlmfdyyn yạ ạ̉rḍ Grazie Signore จิตใจสำราญถึงวันแต่งงาน La sposa di Gesù Vətən Окуганда ыйык сөзүңдү Мəсиһ сəни севир, сəни сəслəјир ạlwhym kẖạlqy Ibodat qilamiz hammamiz birga
Song not available - connect to internet to try again?